Сәкән, шайба, ялтыр боҙ...18.08.2017
Август. Көйәрмәндең эше көйлө. Сираттағы хоккей миҙгеле башлана бит!
15 августан 18-енә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир уҙа. Унда яҡташтарыбыҙ “Салауат Юлаев” командаһынан тыш Тольяттиҙың “Лада”, Түбәнге Каманың “Нефтехимик”, Владивостоктың “Адмирал” клубтары ҡатнаша.
Быйыл командабыҙ тағы яңырҙы, әммә матур уйын күрһәтерме? Фин тренеры Эркка Вестерлунд хоккейсылар күңеленә асҡыс ярата алырмы? Әлеге турнирҙан ғына тулы һығымта яһап булмай. Тәүге көндә өфөләр “Адмирал”ды 4:1 иҫәбенә еңһә лә, иртәгәһенә Татарстан вәкилдәренә буллит буйынса отолдо – 2:3. Ярыш һөҙөмтәһе бөгөн һуңғы өсөнсө матчтар үткәс билдәле буласаҡ. Йә, кем еңеүсе: “Салауат Юлаев”мы, “Нефтехимик”мы?


Вернуться назад