В.Д. ДЬЯКОНОВ18.08.2017
В.Д. ДЬЯКОНОВ2017 йылдың 13 авгусында күренекле етәксе, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең элекке генераль директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Владислав Дмитриевич Дьяконов 90-сы йәшендә вафат булды.
В.Д. Дьяконов 1928 йылдың 22 апрелендә Вологда ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йылда Өфө моторҙар эшләү заводындағы механика цехында технолог булып башлай. 1947 йылдан 1951 йылға тиклем Ленинград политехник институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый. Уны тамамлағас, Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһындағы “Полиграфмаш” заводына ебәрелә. Унда смена начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1952—1955 йылдарҙа — Рыбинск моторҙар эшләү заводында өлкән мастер, төркөм начальнигы, цех контроле бюроһы начальнигы.
1955 йылдың ноябрендә Өфө моторҙар эшләү заводына цех контроле бюроһы начальнигы итеп күсерелә. Унан һуң механика цехы начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары, яңы техника буйынса баш инженер, заводтың етештереү буйынса директоры булып эшләй. 1977—1986 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең генераль директоры.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эш осоронда В.Д. Дьяконов үҙен юғары квалификациялы белгес, инициативалы һәм талапсан етәксе итеп күрһәтә. Уның әүҙем ҡатнашлығында етештереүҙе техник яҡтан камиллаштырыу, яңы техниканы ғәмәлгә индереү, хеҙмәтте һәм идара итеүҙе ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарыла. Был сараларҙың барыһы ла берекмә коллективы тарафынан дәүләт пландарын уңышлы үтәүгә, предприятиены заказдар менән тулыраҡ тәьмин итеүгә һәм сит ил баҙарҙарына сығыуға булышлыҡ итә.
В.Д. Дьяконов — бик күп уйлап табыуҙар авторы. Ул фәнни-педагогик эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та берекмә менән бәйләнешен һаҡлап ҡала, идарасы директор советнигы була.
Яңы авиация техникаһы етештереүҙе үҙләштереүҙәге ҙур хеҙмәттәре һәм унынсы биш йыллыҡ бурыстарын ваҡытынан алда үтәгән өсөн 1980 йылдың авгусында В.Д. Дьяконовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены, “Ураҡ һәм Сүкеш” миҙалы тапшырыла. Ул шулай уҡ Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
В.Д. Дьяконов унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты була.
Үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы етәксе, итәғәтле һәм һоҡланғыс шәхес Владислав Дмитриевич Дьяконов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, В.А. НАГОРНЫЙ, Ф.А. САМЕДОВ, А.И. КАРПУХИН, И.И. ЯЛАЛОВ, В.М. ШӘРИПОВ.


Вернуться назад