Рәхмәт хаты18.08.2017
Күптән түгел миңә 75 йәш тулды. Ошо айҡанлы Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтан, Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры В.Р. Мединскийҙан, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лыҡтарынан, “Башҡортостан” кино­студия­һынан, Ишембай, Ғафури һәм Борай райондары хакимиәттәренән, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһынан, Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығының һуңғы йылдарҙа үҙем эшләгән Уҡыу-уҡытыу үҙәгенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан, дуҫтарымдан, фекерҙәштәремдән, замандаштарымдан, мине яҡын күргән һәм онотмағандарҙан ихлас ҡотлауҙар һәм изге теләктәр алдым. Бынан тыш, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Вечерняя Уфа”, “Йәшлек” гәзиттәре ғүмер байрамымды мәҡәләләр һәм әңгәмәләр менән билдәләп үтте. Иғтибарҙары өсөн уларға үҙем һәм ғаиләм исеменән ысын күңелдән ихлас рәхмәттәремде белдерәм. Һеҙҙең барсағыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, уңыштар теләйем.


Вернуться назад