Танылған спортсы, әле телевидениела алып барыусы Ләйсән Үтәшева тиҙҙән тыуған Башҡортостанға ҡунаҡҡа килергә ниәтләй. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул ошо турала хәбәр итте. “Беҙ ҙур ҡалпаҡтар аҫтында йәшеренгән саҡта, дуҫтарыбыҙ икенсе бейеү үҙәген асҡан! Хәҙер Өфөлә лә профессионалдар менән шөғөлләнергә мөмкин. Хыялға ынтылған кешеләрҙе ҡотлайым һәм улар менән ғорурланам! Мотлаҡ ҡунаҡҡа киләсәкмен”, — тип яңылыҡтар менән уртаҡлаша ул.
Әйткәндәй, ТНТ каналындағы “Бейеү” шоуының жюри ағзаһы Мигель Өфөлә бейеү мәктәбен аса. “Яңы мәктәп октябрҙә ишектәрен асасаҡ”, — тип белдерҙеләр проекттың рәсми сайты администраторҙары.