1000 музыкант көнөнә теркәл18.08.2017
Өфөлә 1000 музыкант көнө флешмобына 650-нән ашыу кеше теркәлде. Ҡатнашыусылар араһында — 265 ритм-гитарасы, 80 бас-гитарасы, 85 ударник, 250-нән ашыу вокалсы. Улар араһында Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск, Магнитогорск, Ырымбур, Екатеринбург, Минск, Армавир, Кемерово, Пенза ҡалаларынан музыканттар бар.
Иң ҙур музыкаль флешмоб 26 августа “Ватан” этнопаркы биләмәһендә ойошторола. Өфө амфитеатрында йыйылған музыканттар өс трек (Joan Jett “I love Rock N Roll”, Blur “Song 2” һәм ДДТ “Белая река”) башҡарасаҡ. Сараның маҡсаты — Өфөнөң һәләтле кешеләргә бай, музыкаль ҡала булыуын күрһәтеү.
Әле ҡаланың ҙур музыкаль төркөмөнә ҡатнашыусыларҙы йыйыу дауам итә. Бының өсөн теркәлергә һәм 21 авгусҡа тиклем анкета тултырырға кәрәк. Сарала өфөләр генә түгел, бер көнгә Өфөгә килергә һәм һәләтен күрһәтергә әҙер булған кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Концертҡа әҙерләнеү өсөн материалдарҙы флешмобтың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдәренән табырға була.


Вернуться назад