“Мин баҡсаға барам!”16.08.2017
Бүздәк районы үҙәгендә яңы уҡыу йылы башланыуға 150 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыла. Ул йәш ғаиләләр күпләп йәшәгән “Төньяҡ” биҫтәһендә төҙөлдө.
Район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов әйтеүенсә, социаль объектҡа республика ҡаҙнаһынан 80 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Сығымдың бер өлөшөн, туғыҙ миллион һумын, муниципалитет хакимиәте бүлгән. Был аҡса балалар учреждениеһын электр уты менән тәьмин итеүгә тотонолған.
— Балалар баҡсаһы — беҙҙең өсөн мөһим объект. Ул районда мәктәпкәсә ойошмаларға сиратты тулыһынса бөтөрөү мөмкинлеген бирәсәк, — тине район башлығы.