Ашлыҡ уңа баҫыуҙарҙа16.08.2017
Республикабыҙҙа 133 мең тонна иген йыйып алынған. Гектарынан уртаса уңыш 22,7 центнер тәшкил итә. Әле Әлшәй һәм Көйөргәҙе райондары игенселәре алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙа 10,2 һәм 10,9 мең тонна иген йыйылған.

Ужым культуралары араһында иң юғары уңыш бойҙайҙыҡы (гектарынан 26 центнер), яҙғы культуралар араһында иһә — арпаныҡы (26,1 центнер). Иген һәм ҡуҙаҡлылар уңышы буйынса райондар араһында Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Мәләүез юғары баҫҡысты биләй. Уларҙа гектарынан 31,2 – 38,3 центнер иген йыялар.
Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 112 мең гектар ерҙә (майҙандарҙың алты проценты) иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 59 мең гектарҙа (өс процент) һуғылған. Дүртөйлө, Әлшәй, Саҡмағош, Көйөргәҙе, шулай уҡ Илеш, Шаран, Йылайыр райондары аграрийҙары әүҙем эшләй.


Вернуться назад