Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә, Башҡортостанда төрлө кимәлдәге мәғариф учреждениеларының
үҙ-ара бәйләнеш селтәре һүлпән ойошторолған,
тип белдергәйне. — Һәләтле балалар менән системалы эштең яйға һалынмауы, олимпия хәрәкәтенең һүлпәнәйеүе, һөҙөмтәләрҙең насарайыуы ошоға бәйлелер. Беҙгә мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Һәр мәғариф ойошмаһында йәш таланттар менән эшләү өсөн белгестәр булырға тейеш, — тине республика етәксеһе. — Мәғариф министрлығына ошо эште көйләргә, һәләтле йәштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырырға кәрәк.
Журналистар менән осрашыуҙа мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Башҡортостанда Һәләтте үҫтереү үҙәге асыу хаҡында хәбәр итте.
— Хәлде яйға һалыу өсөн Һәләтте үҫтереү үҙәге ойошторабыҙ. Әлегә тиклем беҙҙә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабын ойоштороу менән шөғөлләнгән өс кеше эшләгән ябай үҙәк кенә бар ине, — тине Гөлназ Шафиҡова. — Беҙгә иһә күнекмә йыйындары үткәреү, һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн үҙәкте электрон майҙансыҡ, ресурстар менән тәьмин итергә кәрәк.
Министр әйтеүенсә, республикала һәләтле балалар банкы, уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар, махсус лагерҙар юҡ.