Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлайҙар15.08.2017
Ейәнсура районынан Ҡунаҡбаевтар ғаиләһе “Йыл ғаиләһе-2017” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Луиза менән Ғәлим, шулай уҡ уларҙың өс балаһы “Ауыл ғаиләһе” тигән номинацияла иң яҡшылар тип танылды. Ҡунаҡбаевтар район һәм республика смотр-конкурстарында, фестивалдәрҙә, байрамдарҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Улар төрлө республика һәм район бәйгеләрендә лауреат һәм дипломант булған. Луиза һәм Ғәлим Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумын тамамлаған, әле Ейәнсура районының Иҙәш ауылы мәҙәниәт йортонда эшләйҙәр, өс ул тәрбиәләйҙәр.

Быйыл “Йыл ғаиләһе” конкурсында Башҡортостандан дүрт ғаилә ҡатнашты. “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Хәйбулла районынан үҙҙәренең дүрт сабыйын һәм тәрбиәгә алған 12 баланы ҡараған Александр Потякин менән Тамара Корчагинаның ғаиләһе ҡатнашты. “Йәш ғаилә” номинацияһында Учалынан Гөлфинә менән Айсар Йомағужиндар сығыш яһаны. Улар 2016 йылғы республика конкурсында еңеп сыҡҡайны. “Рәсәйҙең алтын ғаиләһе” номинацияһында иһә Сибайҙан 13 майҙа алтын туйҙарын билдәләгән Гөлнур һәс Әсхәт Мусиндар ҡатнашты.


Вернуться назад