Туған телдәрҙе өйрәнәйек15.08.2017
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәтен арттырыу мөһим тип иҫәпләй. Был турала ул Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә әйтеп үтте. Милли-мәҙәни ойошмалар етәкселәре ҡатнашлығындағы сара ошо көндәрҙә республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда уҙғарылды.

— Беҙгә йәмәғәтселеккә ошо фекерҙе аңлатыу кәрәк: башҡорт теле — боронғо һәм бай тел. Ул ғаиләләге генә түгел, ә донъяның 41 милләте менән бәйләнгән, — тине Әмир Ишемғолов. — Башҡорт теле республика һәм Рәсәйҙең Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа мосолман илдәре менән халыҡ-ара бәйләнеште нығытырға ярҙам итә.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан урыҫтары соборы етәксеһе Виктор Пчелинцев әйтеүенсә, башҡорт милләтенән булмаған балалар өсөн грамматика нескәлектәренә түгел, ә көнкүреш кимәлендә бер-береһе менән аралашырға мөмкинлек биргән айырым уҡытыу методикаһы булдырырға кәрәк. “Был осраҡта һәр ата-әсә педагогка рәхмәт әйтер ине”, — тине Виктор Пчелинцев.
“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының башҡарма директоры Азат Ибраһимов, Башҡортостандың Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте етәксеһе Юрий Михайлов һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Фекер алышыу нигеҙендә Башҡортостанда дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү һәм байытыу тураһында резолюция ҡабул ителде.


Вернуться назад