Адвокаттар хөрмәткә лайыҡ15.08.2017
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостан адвокатураһының 95 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш булды.
— Адвокаттың әһәмиәте һәр саҡ ҙур булды. Күп йылдар дауамында адвокатура үҙенең кәрәклеген иҫбатланы, абруйын нығытты, адвокаттарҙы законлылыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ, тиң хоҡуҡлылыҡ принциптарына таянып эш иткән һөнәри берләшмәгә тупланы, — тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев, республика адвокаттарын иҫтәлекле дата менән ҡотлап.
Константин Толкачев әйтеүенсә, бөгөн адвокаттар берләшмәһе граждандарға квалификациялы юридик ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итә, закон акттарын эшләүҙә ҡатнаша. Ул республика адвокатураһының дәүләт власы тармаҡтары, йәмәғәт институттары, ғилми һәм эксперт үҙәктәре менән хеҙмәттәшлегенә юғары баһа бирҙе.
Константин Толкачев республиканың иң яҡшы адвокаттарына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Башҡортостанда адвокатураны ойоштороуға нигеҙ һалған ветерандар ҙа байтаҡ.
Тантанаға бөтә Рәсәйҙән 300-гә яҡын адвокат саҡырылды. Байрам саралары Ҡырмыҫҡалы районында дауам итте. Унда спорт ярыштары, һабантуй ойошторолдо.


Вернуться назад