Экспортҡа ярҙам итәбеҙ15.08.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда экспорт йүнәлешендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеүҙе координациялау үҙәген ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Яңы үҙәк республика экспортерҙарына сит илдәргә сығыуҙа булышлыҡ итәсәк, Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен арттырыу сараһын күрәсәк. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында билдәләүҙәренсә, Экспортҡа ярҙам үҙәге “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” өҫтөнлөклө проектына ярашлы ойошторола.


Вернуться назад