Сабый – иң ҙур бүләк15.08.2017
Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа тигәндең ни тиклем тормош хәҡиҡәтенә тап килгәнен иҫбатлап тораһы түгел: 11 августа Республика йортонда булып үткән күркәм ваҡиға ла ошоға дәлил.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә 300 мең һумлыҡ тәүге сертификаттарҙы тапшырҙы. Тантаналы сараға биш ғаилә саҡырылғайны, төп ҡунаҡтар, әлбиттә, быйыл ғына донъяға килгән бәләкәстәр булды. Бер тапҡыр бирелә торған социаль пособие йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.
– Атай һәм әсәйҙәргә бәпестәре тыуыуы айҡанлы ҡотлауҙар еткереү менән бер рәттән, уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән тормошҡа ашырыла башлаған экспериментта ҡатнашыуҙары менән дә ихлас ҡотлайым. Быйыл беҙ уларға аныҡ ярҙам күрһәтергә ҡарар иттек, – тине Рөстәм Зәки улы. – Һеҙгә ҡарап башҡа йәш ғаиләләр ҙә өлгө алһын, бәпес табырға ҡарар итһен. Бөгөн демографик хәлдең насарая барыуын, тыуым түбәнәйеүен беләбеҙ, шуға ла сабыйҙар беҙгә бик кәрәк. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, йәштәргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.
Республика йортондағы мөһим сара һәм демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль яңылыҡтар хаҡында киләһе һандарҙа тулыраҡ мәғлүмәт уҡырһығыҙ.


Вернуться назад