Иң яҡшы китапты кем яҙған?11.08.2017
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова 2016 йылдың иң яҡшы фәнни китабын асыҡлауға арналған Бөтә Рәсәй конкурсында алтынсы тапҡыр лауреат булды. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кафедраһы доценты “Педагогика һәм психология” номинацияһында еңеп сыҡты.
Республиканың мәғариф системаһында идара итеү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләгән китап теманы тәрән белеү, анализлау, уның заманса яңғырауы, мәғлүмәттәрҙең аңлайышлы стилдә бирелеүе йәһәтенән айырылып тора. Үҙенең китабында Ғәлиә Мөхәмәтйәнова белем биреү өлкәһендәге, атап әйткәндә, мәғарифҡа идара итеү системаһындағы бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Ватан мәғарифты үҫтереү фонды бәйге барышында юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең тикшеренеүҙәрен баһаланы. Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы сентябрь башында Сочиҙа “Бөтә Рәсәй вуз фәне аҙналығы” форумында буласаҡ.