Мәктәп – ғилем шишмәһе09.08.2017
Күптәрҙең Башҡортостанды төҙөлөш майҙаны менән сағыштырыуы осраҡлы түгел. Ысынлап та, республикабыҙҙа торлаҡ йылдам төҙөлә, төрлө социаль объекттарҙың әленән-әле сафҡа индерелеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Быйыл да был тәңгәлдә төҙөүселәр алдынғылыҡты бирмәҫ тип ышанғы килә, сөнки йыл башында уҡ бер нисә мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөләсәк тигән хәбәрҙе ишетеп шатландыҡ.
Байрамға бүләкһеҙ бармайҙар, тиҙәр. Үҙенән бигерәк бүтәндәрҙе хөрмәт иткәндәр бындай изге йоланы һаҡлай. Республика етәкселегенең Белем көнө алдынан балаларға һәр саҡ бүләк яһауы – беҙҙә мәғариф тармағының үҫешенә һәм алдынғы булыуына бер дәлил.
Сираттағы уҡыу йылы алдынан Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә өр-яңы белем усағы ишеген асасаҡ – 161-се мәктәп-лицей ҡыҙ һәм малайҙарҙы ҡабул итергә ҡыҙыу әҙерләнә.
Төҙөлөш майҙансығы умарта күсенән һис кенә лә кәм түгел. Оҫталар, эштәрҙе тамамлап, мәктәпте йыйыштырыу менән мәшғүл. Техниканың береһе килә, береһе китә. Әйткәндәй, мәктәп яны ихатаһын гөл баҡсаһына әйләндереү өсөн тырыша уңғандар. Шулай уҡ спорт блогы үҙенсәлекле итеп һалынған. Ошо көндәрҙә кластарға парта, өҫтәл, ултырғыс кеүек йыһаздар килтереләсәк.
– Бында бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы бара, бер ниндәй ҙә тайпылыуҙарға юл ҡуйылмай, – тип аңлатма бирҙеләр. – Белем усағы заман талаптарының бөтә нескәлектәрен һәм уңайлыҡтарын да иҫәпкә алып төҙөлдө. Уйлауыбыҙса, нәҡ ошо лицейҙа уҡырға теләүселәр күп буласаҡ.