Шатлыҡ артынан шатлыҡ09.08.2017
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Өфө ҡалаһында яңы уҡыу йылы алдынан йәнә бер белем усағы сафҡа индереләсәк.

Баш ҡаланың Колгуевский биҫтәһендәге мәктәптә уй-маҡсаттар планға ярашлы алып барыла.
– Төҙөлөш ҡыҙыу барҙы, эштәр тамамланыу алдында, мәктәпте рәсми асыу ваҡытында башҡарыласаҡ, – тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә “Башгражданстрой” тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Марат Әхмәҙуллин. – Балалар яҡты һәм иркен кластарҙа төплө белем алһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалынды, килешеп эш иткәндә маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин.
Мәктәп 550 урынға иҫәпләнгән. Ул биш өлөштән тора, иң мөһиме, ҡатмарлыларҙан һанала. Бында заманса ҡоролмалар килтерелгән дә инде, электрон китапхана, медиатеканың булыуы күпте һөйләй, компьютер кластары йыһазландырыла.
Пандус урынлаштырылған, мөмкинлектәре сикләнгәндәр бер ҡаршылыҡһыҙ кластарға инеп ултыра аласаҡ.
Спорт майҙансығы ҡалыплашҡанса түгел, ә заманса төҙөлгән. Яһалма япма һалынһа ла, ул тәбиғи майҙансыҡтан һис тә айырылмай. Күләүектәр йыйылып ятмаясаҡ, тип ышандыра белгестәр. Дренаж ҡаҙылыуы был йәһәттән бөтә проблеманы хәл иткән.


Вернуться назад