Ҡыйыулыҡ, бары ҡыйыулыҡ...09.08.2017
Янғын сыҡҡанда йәки берәйһе һыуға батып барғанда күптәр, бигерәк тә үҫмер ҡаушап ҡалыусан. Үҙеңдә ҡыйыулыҡ сифаттарын нисек тәрбиәләргә йәки ике уйламай ярҙамға ашығырға? Мәктәп балалары ҡайҙа ла ҡаушап ҡалмаһын өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был йәһәттән күп саралар үткәрә.
Мәскәүҙә ойошторолған “Хәүефһеҙлек мәктәбе” тигән Бөтә Рәсәй бәйгеһе – шуға асыҡ миҫал. Ярыштың программаһы ҡатмарлы ғына. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, аҙаҡтан йәш ҡотҡарыусылар тураһында “утты-һыуҙы үткән” тип әйтерлек булһын. Бүрәнәне баҫма итеп йылға аша сығыу, ҡаяға үрмәләү, текә ярҙан түбәнгә төшөү, яралыны үҙ елкәңдә хәүефле урындан алып сығыу кеүек һәм башҡа ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Иң мөһиме – барыһы өсөн дә айырым ваҡыт билдәләнгән.