Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында булды. Бында ул дауыл һөҙөмтәһендә зыян күргән торлаҡ йорттарҙы, ауыл мәктәбен ҡарап сыҡты. Көслө ел алты йорттоң ҡыйығын алып бәргән, тағы ла 27 йорт өлөшләтә зыян күргән. Электр сымдары өҙөлгән, бик күп ағастар ауған. Төбәк Башлығы ауыл халҡы менән аралашты, республика Хөкүмәтенә, муниципаль район хакимиәтенә тергеҙеү эштәрен йылдам ойошторорға, кешеләргә матди ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса табырға ҡушты.
Ошо уҡ көндө Рөстәм Хәмитов Бөрө районының Үгеҙ ауылында булды. Бында 6 августан 7-һенә ҡарай төндә янғында 9 кеше, шул иҫәптән 5 бала, һәләк булды. Әле урында янғын лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре, тәфтишселәр эшләй.
Республика етәксеһе хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре менән аралашты, һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Башҡортостан Башлығы биләмә башлыҡтарын торлаҡ йорттарҙа янғын хаҡында хәбәр итеү ҡулайламаларын ҡуйыу буйынса эште әүҙемләштерергә саҡырҙы. Зыян күргән ғаиләләргә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк.