ОСАГО-ға бәйле үҙгәрештәр08.08.2017
Рәсәйҙең Финанс министрлығы ОСАГО тураһындағы законға төҙәтмәләр индерҙе. Улар водителдәр өсөн ике миллион һумға тиклем аҡса түләүҙе күҙ уңында тотҡан страховка полисының өс вариантын тәҡдим итә. Автомобиль хужалары килешеүҙе бер йылдан ашыу ваҡытҡа төҙөй ала.
Төҙәтмәләр күҙаллауынса, страховкалаусылар ирекле тарифҡа күсеү осоронда полис хаҡын кәметкән коэффициенттар ғына билдәләү мөмкинлегенә эйә. Үҙәк банк иһә төп тарифтың дөйөм сиктәрен ҡуясаҡ. Ошо күрһәткестәргә ярашлы, хаҡты страховкалаусы компания билдәләйәсәк. Ул шулай уҡ машинаның үҙенсәлектәрен, уны файҙаланыу маҡсаттарын иҫәпкә аласаҡ. Страховкалаусылар водителдең машинаны йөрөтөү стиленән сығып түбәнәйтеү коэффициенттарын ғәмәлгә индерәсәк. Бының өсөн автомобилгә махсус ҡулайлама ҡуйыу күҙаллана. Тимәк, коэффициенттың күләменә тиҙлекте арттырыу, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә сығыу, башҡа етешһеҙлектәр йоғонто яһаясаҡ.