“Өфөнән һөйөү менән” — Эльбруста08.08.2017
“Өфөнән һөйөү менән” фильмының һәм “Авторадио Санкт-Петербург” флагтарын Эльбрус тауы түбәһенә ҡаҙаясаҡтар. Ошо көндәрҙә берлектәге проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул “Өфөнән һөйөү менән” фильмының Бөтә Рәсәй прокатына арнала.
— Алты көн дауамында беҙ биш кешенән торған команда менән Эльбрус тауы түбәһенә, диңгеҙ кимәленән 5642 метр бейеклеккә күтәрелергә тейешбеҙ, — тине картинаның режиссеры Айнур Асҡаров.
Тау түбәһендә фильмдың трейлеры күрһәтеләсәк. Был — “Өфөнән һөйөү менән” фильмы күтәрелгән Ер йөҙөндәге иң бейек нөктә. Ижади төркөм ағзалары тауға артылыу барышында ошо турала Интернет селтәренә мәғлүмәт ебәреп торорға вәғәҙә итә.