“Ҡояшлы ҡала” балаларының еңеүе08.08.2017
[thumb=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2017-08/1502104932_1-3.jpg[/thumb]“Радио России Башкортостан” программаһы Дағстанда үткән “Евразия тауышы-2017” Бөтә Рәсәй милли тапшырыуҙар фестивалендә еңеү яуланы.
Проект “Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы радиопрограмма” номинацияһында ҡатнашты. “Мәктәпкә күңелле барабыҙ” тапшырыуы “Ҡояшлы ҡала” балалар редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Етәксеһе — Элеонора Дударь, авторҙар һәм алып барыусылар — Алан Мозафин, Әминә Мозафина, Алиса Розе, Дарья Халтурина, тауыш режиссеры — Гөлназ Ирсаева.
“Радио России Башкортостан”дың кескәй хеҙмәткәрҙәре — үҙ эшенең ысын оҫталары. Тапшырыуҙа улар заманса уҡытыу мөмкинлектәре, мәктәптәрҙең төрлө төрҙәре, өйҙә уҡытыуҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре хаҡында һүҙ алып бара.
“Евразия тауышы” фестивале йыл һайын үткәрелә. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡиммәттәрен танытыуға, тамашасыларға тарих, этномәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында мәғлүмәт еткереүгә булышлыҡ итә.


Вернуться назад