Ышаныс күрһәтелде08.08.2017
Ышаныс күрһәтелдеНиколай Хорошилов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.

Николай Анатольевич Хорошилов 1959 йылда Ишембайҙа тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Рубцов машиналар эшләү заводының Ишембай филиалында инженер-конструктор булып башлай. Төрлө йылдарҙа Бөрө механика заводында эшләй, федераль почта элемтәһенең Бөрө район идаралығына етәкселек итә, “Бөрө етештереү комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры була.
2005 йылдың ноябренән Бөрө районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы, һуңыраҡ Бөрө районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

***

Икенсе Указ менән Ильяс Мөниров, яңы эшкә күсеү сәбәпле, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.


Вернуться назад