“Ҡыҙыл әтәс” аямай...08.08.2017
“Ҡыҙыл әтәс” аямай...Бөрө районының Үгеҙ ауылында булған фажиғә бөтөн республиканы тетрәтте. 7 авгусҡа ҡараған төндә ауылда 12 кешенән торған ғаилә йәшәгән йорт янып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында туғыҙ кеше, шул иҫәптән биш бала, һәләк була. Өс кешене төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Икәүһенең ғүмере өсөн әлеге ваҡытта табиптар көрәшә. Район дауаханаһы белгестәренә ярҙамға баш ҡаланың тән бешеү үҙәге табиптары юлланған. Янғын һүндереүселәр ут менән дүрт сәғәт дауамында көрәшә. Ләкин “ҡыҙыл әтәс” ныҡ ҡоторған була, уны тиҙ генә ауыҙлыҡлай алмайҙар. Янғынды таңға ҡарай ғына һүндерәләр, бының өсөн 27 кеше һәм 14 берәмек техника йәлеп ителә.
Фажиғә тураһында билдәле булыу менән Башҡортостандың тәфтиш комитетынан бер төркөм белгестәр ваҡиға урынына юллана. Төрлө тикшереүҙәрҙән һуң улар янғын сығыуҙың сәбәптәрен иғлан итәсәк. Әлегә фаразлауҙарынса, ут электр селтәренең төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән дүшәмбелә республикала матәм көнө иғлан ителде. Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы Бөрө районы хакимиәтенә вафат булғандарҙы ерләүҙә мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.


Вернуться назад