Ете айҙа ете мең сара04.08.2017
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев матбуғат конференцияһында республикала Экология йылы сараларын тормошҡа ашырыу һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге яңы реформалар тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә Экология йылы сараларын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инә. Ете ай эсендә генә төбәктә экология йүнәлешендәге ете меңгә яҡын сара үткәрелгән. Атап әйткәндә, Башҡортостан Экология йылында әүҙемлек рейтингында беренсе урын яулаған, шулай уҡ халыҡтың экологик әүҙемлеге йәһәтенән ил төбәктәренең тәүге тиҫтәһенә ингән. “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы һәм “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы кеүек объекттар – экотуризм өсөн иң уңайлы биләмәләр исемлегендә.
Тәбиғәтте һаҡлау реформаларына килгәндә, Илдар Һаҙыев, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, һаҡлау һәм эшкәртеү мәсьәләләрендә ҙур үҙгәрештәр көтөлә, тип билдәләне. Республикала ҡалдыҡтарҙы ташыуҙың бер нисә территориаль схемаһы төҙөләсәк, физик һәм юридик берәмектәр өсөн уларҙы йыйыуҙың яңы нормативтары билдәләнәсәк.
– Беҙ Мәскәү эргәһендәге йәки Татарстандағы кеүек ҡалдыҡтарҙы яндырмайбыҙ. Сүп-сар эшкәртеү комплекстары төҙөүҙе иң ҡулай алым тип ҡабул иттек. Әле Башҡортостанда ошондай ун завод эшләй. Тағы ла туғыҙ завод төҙөү күҙаллана, – тине тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы етәксеһе.



Вернуться назад