Берәүҙәр уҡ атты, икенселәр көрәште04.08.2017
Берәүҙәр уҡ атты, икенселәр көрәштеБыл көндә Ҡаранйылға ауылының көнсығыш яғында байрам төҫөн алған Райман яланы барса халыҡты үҙенә әйҙүкләп торҙо. Ат сабышы, көрәш өсөн әҙерләнгән майҙандар, тирмәләр байрамдың ифрат шәп үтәсәге хаҡында ишаралай ине. Йөк машиналарында саптарҙары менән республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу районы һәм ҡалаһынан килеп еткән һыбайлылар бығаса күптән күрелмәгән, әммә әүәлдән халыҡтың яратып күҙәткән ат сабышының да ҡыҙыу буласағы хаҡында һөйләй. Ҡалаларҙа ғына күренгән батут, төрлө уйын майҙансыҡтары ла балаларҙы ихлас көтә.
Халыҡ көр кәйефтә тантана ойошторолған аҡланға ағыла ла башланы. Йәй мәле бит, күптәр ауылда ял итә, икенселәр алыҫ араларҙан ҡайтып еткән. Туғандар, нәҫел-нәсәп менән осрашып һөйләшер өсөн дә иң ҡулайлы ваҡыт. Йәнә балалар, йәштәр бер-береһе менән таныша. Ошондай сараларҙа дуҫлашып ғаилә ҡорғандар хаҡында ла йыш ишетелә.
Күптән бер-береһен күрмәгән ауылдаштар ҡосаҡлашып күрешә, хәл-әхүәлен һораша. Байрамды ойоштороуға ҙур көс һалған бағыусы Әхмәт Аҫылбәковҡа рәхмәт әйтеп бөтә алмайҙар.
Әйткәндәй, район Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Әхмәт Мәүлембирҙе улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Инде апаруҡтан Стәрлетамаҡта йәшәһә лә, кендек ҡаны тамған, бала сағы үткән ғәзиз төйәген онотмай. Күп балалы, бәләкәйҙән һәр нәмәне еренә еткереп эшләүҙе аңына һеңдереп үҫкән егет үҙ көсө менән Стәрлетамаҡта “УрманСтрой” ойошмаһын булдырып, төҙөлөш өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл. Уның етәкселегендәге компания өйҙө бөгөндән сығып йәшәй башларлыҡ итеп төҙөүе, бер юлы нигеҙен, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләп, ҡыйығын ябыуы, коммуникацияларҙы үткәреп биреүе менән ота. Тулыһынса бер ойошма булышҡас, ышаныслыраҡ та, мәшәҡәте лә аҙ. Шуныһы менән килешергә кәрәк: быныһы өсөн аҡса кәрәк, тип ваҡыт уҙғарып, кемгәлер инәлеп хитланаһы түгел. Бөтәһен дә үҙҙәре эшләй ҙә бирә. Гарантиялары ла бар. Дизайн үҙенсәлектәрен яҡшы белеүҙәре лә файҙаға ғына.
Һуңғы йылдарҙа ауылда төрлө саралар ойоштороуға көсөн ҡыҙғанмай егет. Уңғандарға, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға бүләктәр тарата. Стәрлетамаҡтан тимер бағаналар, торбалар, рабица алып ҡайтып, ауылдың зыяратын ҡоймалап алыуҙы ойошторҙо. Ауылдаштары иһә ошондай егет үҫеүенә ҡыуанып бөтә алмай – хәҙер улар: “Ярай әле Әхмәтебеҙ бар”, – тип кенә ебәрә.
Төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар ауылдың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуын күреп һоҡланһа, уфтаныусылар ҙа юҡ түгел ине. Нимә генә тимә, буш йорттар күбәйә. Ярай ҙа ул барыһы ла тыуған йортон ҡарап, хәстәрләп торһа. Үкенескә ҡаршы, атай нигеҙен бар тип белмәгәндәр ҙә юҡ түгел.
Уңғандар өсөн Хоҙай бында иркенлекте йәлләмәгән. Һәр тау, ялан үҙе тарих һөйләй. Тирә-яҡтан бейек тауҙар, әҙәм аяғы баҫмаған урмандар ҡаплап алған. Тап шуғалыр ҙа әүәлдән умартасылар, оҫталар төбәге булараҡ дан алған ауылда бөгөн дә ошо шөғөлдө дауам иткәндәр бихисап. Илназ Вәлиев, Ғәли, Марс, Ринат Ғәзизовтар күпләп ҡорт үрсетһә, Ғайса Ғәлин тал, муйыл сыбыҡсаларынан ултырғыс, өҫтәл эшләп, халыҡты һоҡландыра. Рәбиға Йәрмиева иһә аҫалы балаҫтары менән республикала ла яҡшы билдәле. Шөһрәтле ғалим, яҙыусы Жәлил Кейекбаев тыуған ауылда халыҡ йыр-моңға маһир, оҫта баянсылар, гармунсылар һәр йорт һайын тиерлек йәшәй.
Йыйынды район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, Әхмәт Аҫылбәков тантаналы асҡандан һуң, майҙанда концерт башланды. Хәйер, байрам программаһы бай һәм үҙенсәлекле ине. Күңелле йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр, таҡмаҡтар халыҡтың дәртен күтәрҙе. Байрамға “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең сығышы, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто гармунсыларының оҫталығы, “Мырҙаҡай” фольклор бейеү ансамбленең бейеүҙәре, “Сал Урал” этнотөркөмөнөң сығышы, “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсы лауреаты Әлфиә Степанова, Альбина Ғәзизова, Закир Ишмырҙиндың йырҙары, район мәҙәниәт һарайының “Айгүзәл” халыҡ бейеү ансамбле, яңы ғына “Байыҡ” балалар республика телевизион конкурсында Гран-при яулаған “Төлкәҫ” ансамбленең бейеүҙәре, ауыл һәүәҫкәрҙәренең сығыштары йәм өҫтәне.
Бер аҙҙан халыҡ та, бәйгеселәр ҙә түҙемһеҙләнеп көткән минуттар етте. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән ҡатнашыусылар үҙҙәрен ат сабышында, грэпплинг, милли көрәш, шулай уҡ һыбай сабып барған килеш уҡ атыу, йүгереү ярыштарында һынап ҡараны... Майҙан бер-береһен хуплаған, әйҙүкләгән, дәртләндергән ауаздарҙан яңғырап торҙо. Ә судьялар һәр кемдең сығышын үтә иғтибарлы күҙәтте.
Бына фестиваль батырҙарын билдәләр мәл етте. Атта сабып барған килеш йәйәнән уҡ атыу буйынса беренсе урындың думбырасы, ҡурайсы Илһам Байбулдинға бирелеүен ишеткән майҙан, яҡташ егеттең уңышына ҡыуанып, гөрләтеп ҡул сапты.
Әйткәндәй, бығаса халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралдарын үҫтереүгә, уны йәштәргә өйрәтеүгә күп көс һалған Илһам Ханнан улы һуңғы йылдарҙа уҡ атыу буйынса ла әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Уны әленән-әле төрлө алыштарҙа йыш күрергә мөмкин. Икенсе урынды Сибайҙан Хөрмәт Таһиров, өсөнсөнө Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин яуланы. Ә бына йәйәүле килеш уҡ сойорғотоу буйынса иһә шул уҡ Салауат Юлбирҙин иң мәргәне булып танылды. Ағаһы Сынбулат – икенсе. Өсөнсө урынға Учалынан Руслан Әхмәҙиев сыҡты. Милли көрәш буйынса үҙ ауырлыҡтарында Азат Үтәгәнов, Айгиз Зәйнетдинов, грэпплингта Азиз Йосопов, Умед Ризоев, Ришад Сабиров үҙҙәрен иң таһыллыһы итеп күрһәтте.
Быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ Уралды һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлап яу сапҡан, атҡа атланып, дошманды ҡыйратҡан. Шуныһы һөйөнөслө – йылдар үтеү менән мәргән уҡсылар, етеҙ һыбайлылар исеме ҡабаттан тергеҙелә. Милли спорт фестивале тип аталған был байрам ана шул шанлы йылдар тарихын, үткәнде онотмауға бер сара ине.

Ғафури районы.


Вернуться назад