Фестивалде “Йатаған” аса04.08.2017
Санкт-Петербургтағы “Донъя музыкалары” (“Музыки мира”) фестиваленең икенсе көнөн “Йатаған” башҡорт этно-төркөмө аса.
Халыҡ-ара этник фестиваль 12 – 13 августа үткәрелә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм сит илдәр, атап әйткәндә Ҡа­ҙағстан, Франция вәкилдәренең килеүе көтөлә. Байрам Санкт-Петербург үҙәген­дә, Шереметев һарайында, уҙғарыласаҡ. Әле бында Музыка музейы урынлашҡан.
Фестиваль 2016 йылда Санкт-Петербург дәүләт театр һәм музыка сәнғәте музейы тарафынан ойошторолдо. Уның идеяһы – милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыу һәм тамашасылар менән заманса музыка телендә аралашырға ынтылыу. Сарала халыҡ-ара танылыу яулаған музыканттар ҡатнаша.
– Заман кешеһенең мәҙәни тормошо Европа классик музыкаһы менән ныҡлы һуғарыла, ә этник, традицион музыка йыш ҡына мәнфәғәттәр даирәһенән ситтә ҡала. Шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле, бай, һәр саҡ заманса булып ҡалған был музыка һәр кеше менән тамырҙары хаҡында һөйләшергә һәләтле. Ә “Донъя музыкалары” фестивале ошо тарихи етешһеҙлекте яйға һалыуҙы бурысы итеп күрә, – ти фес­тивалде ойоштороусылар.


Вернуться назад