Башҡорт ҡыҙына уңыш теләйек04.08.2017
Ошо көндәрҙә Тыва Республикаһында “Азия һылыуҡайы-2017” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәрелә. Башҡортостан Республикаһынан унда “Bashkirian Beauty” студияһы моделе, “Һылыуҡай-2017” республика башҡорт һылыуҙары бәйгеһендә еңеп сыҡҡан Земфира Байдәүләтова ҡатнашасаҡ.

Земфираға – 18 йәш. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курсында белем ала. Һөнәри йүнәлеше – информатика, иҫәп-хисап техникаһы һәм компьютер технологиялары. Һылыуҡай Ҡырмыҫҡалы райо­нында күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе, иң кесе сабый, булып донъяға килгән.
“Азия һылыуҡайы” конкурсы шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар үҙ халҡының мәҙәниәте, милли кейем-һалымы менән таныштырырға, ижади, спорт һәм дизайнер һәләттәрен күрһәтергә тейеш. Земфираны бәйгегә “Bashkirian Beauty” студияһы директоры Альбина Усманова оҙатып барасаҡ.
– Земфира тәбиғәттән бирелгән гүзәл­леккә, грацияға, модель параметр­ҙарына (буйы 176, 85-60-90) һәм сәхнә тәжрибәһенә эйә, – тине Альбина. – Өҫтәүенә ул бик яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан. Земфи­раның еңеп сығыуына ышаныс бик ҙур!
“Азия һылыуҡайы” конкурсынан яңылыҡтарҙы “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдән күҙәтергә мөмкин.


Вернуться назад