“Zaman” – “Яңы йондоҙ”ҙа01.08.2017
[thumb=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2017-07/1501508854_1-7-zaman.jpg[/thumb]“Zaman” этнопроекты “Яңы йондоҙ” телешоуының өсөнсө миҙгелендә ҡатнаша. Мәскәү коллективы Башҡортостанды сағылдыра. Тапшырыу майҙа төшөрөлгән, эфирға иһә
августа сыға.

– Май айында төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән бергә отелдә йәшәнек. Беҙҙең менән хореографтар, продюсерҙар шөғөл­ләнде, – тине төркөмдөң етәксеһе Радмир Мөфтәхин. – Беҙгә бары­һына ла яҡшы таныш булған йырҙы бирҙеләр. Беҙ уға милли колорит өҫтәнек. Тиҙҙән эфирҙа барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ.
“Яңы йондоҙ” – йыл һайын үткә­релгән Бөтә Рәсәй телевидение эстрада йырҙары конкурсы. Унда 85 төбәк ҡатнаша. Сәхнәлә илдең иң көслө вокалсылары осраша. Уларҙың һәр береһе үҙ төбәге өсөн көс һынаша. Музыка өлкәһендәге эксперттар иң-иңдәрҙе һайлап ала. Тамашасылар тауыш биреп фи­налға сыҡҡандарҙы, еңеүселәрҙе һай­лай. Сараның үҙенсәлеге – блюз, рок һәм популяр музыканан алып этникаға тиклемге жанрҙар төрлөлөгө.


Вернуться назад