Өфө районында – күргәҙмә-аукцион01.08.2017
Өфө районында – күргәҙмә-аукционОшо көндәрҙә Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһындағы “Башҡортостан” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең күргәҙмәләр майҙансығында IV “Тоҡомло малсылыҡ” республика күргәҙмә-аукционы үткәрелде. Уны Башҡорт­остандың Ауыл хужалығы министрлығы ойошторҙо.Аукционда ҡара-сыбар, голштин, бестужев һәм симменталь тоҡомло башмаҡтар, ҡолонло бейәләр, башҡорт һәм рус юртағы тоҡомона ҡараған нәҫел айғырҙары, шулай уҡ романов һәм волгоград һарыҡтары һатыуға ҡуйылды. Сарала Стәрлетамаҡ райо­нындағы Калинин, Фрунзе исемендәге хужалыҡтар, “Салауат” агрофирмаһы, “Авангард” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашты.


Вернуться назад