Ҡеүәтебеҙҙе тулыһынса файҙаланыу шарт01.08.2017
Дәүләт Думаһында Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү союзының ултырышы булды. Әлеге ассоциация Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты башланғысы менән ойошторолдо. Уның төп маҡсаты – төбәк-ара туризмға, ошо өлкәне үҫтереү йәһәтенән закон сығарыу инициативаларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү, дәүләт һәм уға ҡарамаған инвестицияларҙы туриндустрияға йәлеп итеү федераль власть органдарында төбәктәрҙең туризм менән бәйле булған мәнфәғәттәрен сағылдырыу.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, әлеге тема республикабыҙ өсөн дә көнүҙәк.
– Башҡортостан туризмды үҫтереү йәһәтенән ҙур ҡеүәткә эйә. Республика бай мәҙәниәте, тарихы, тәбиғәт ҡомартҡылары, үҙенсәлекле ландшафты, шифаханалары, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы менән дан тота, – тине парламент спикеры. – Һуңғы йылдарҙа туриндустрияны үҫтереү буйынса мөһим аҙымдар яһалды. Ләкин әлегә беҙ туристик ҡеүәтебеҙҙең бик бәләкәй өлөшөн генә файҙаландыҡ, йәғни юлдың башында ғына торабыҙ. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн төрлө алымдарҙы файҙаланырға кәрәк.
Дәүләт Думаһы башланғысы менән ойошторолған ассоциация – ошондай алымдарҙың береһе, тип билдәләне Константин Толкачев. Уның фекеренсә, бындай ойошмала вәкиллек булдырылһа, республикабыҙ ҡайһы бер өҫтөнлөктәргә эйә булыр ине. Уларға туристик индустрияны үҫтереү өсөн өҫтәмә ресурс алыу мөмкинлеге, Башҡортостанда тармаҡҡа булышлыҡ итерлек закон сығарыу башланғыстарын федераль кимәлдә танытыу инә. Туризмды үҫтерергә кәрәк. Ул төбәктең абруйын арттырып ҡына ҡалмаясаҡ, яңы эш урындары булдырырға, республика ҡаҙнаһына өҫтәмә керем индерергә ярҙам итәсәк.
Йәнә 12 ихата төҙөкләндерелә
Күмертауҙа “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы 12 ихата төҙөкләндерелә. Ошо көндәрҙә һайлап алынған ихаталарҙа йәшәүселәр тормошҡа ашырыласаҡ проекттар менән танышты һәм уларҙы раҫланы.
Документтарға ярашлы, биләмәләрҙә балалар өсөн заманса уйын комплекстарын асыу, урамдарҙы киңәйтеү, туҡталҡаларға асфальт түшәү, эскәмйәләрҙе, сүп-сар һауыттарын яңыртыу, өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙаллана. Ҡыҫҡаһы, ихаталар төрлө йәштәге кешеләр өсөн бәләкәй ял зоналарына әүереләсәк.
Ошо көндәрҙә дүрт йорт өсөн уртаҡ булған ихатала эш башланды. Дөйөм алғанда, ете мең квадрат метрҙан ашыу майҙан төҙөкләндереләсәк. Шул уҡ ваҡытта 3,5 мең квадрат метрҙа балалар майҙансығы урынлашасаҡ.
Урындағы халыҡҡа ҙур бурыс йөкмәтелә. Граждандар башҡарылған эш сифатын күҙәтергә, төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтергә, өмәләр ойошторорға тейеш.
Көйөргәҙеләр, дүртөйлөләр – алдынғы
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала бесән әҙерләү буйынса пландың – 65, сенаж буйынса пландың 95 проценты үтәлгән. 504 мең тоннанан ашыу бесән, 1,54 миллион тонна сенаж әҙерләнгән.
Бесән әҙерләү буйынса Көйөргәҙе (30 мең тоннанан ашыу), сенаж йәһәтенән Дүртөйлө (100 мең тонна) районы хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәй. Борай, Нуриман, Балтас, Краснокама һәм Ейәнсура райондары хужалыҡтарында иһә бер шартлы баш малға 20-22 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.