Ошо көндәрҙә Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов II “Арт-Өфө” халыҡ-ара художество форумы нигеҙендә ойошторолған һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә булды.
Экспозиция “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комплексының ике ҡатында урынлашҡан һәм 12 мең квадрат метр самаһы майҙанды биләй. Бында ике меңдән ашыу әҫәр – живопись, графика, скульптура, фото, биҙәү-ҡулланма сәнғәт өлгөләре, арт-объекттар тәҡдим ителде. Экспонаттар араһында Башҡортостандан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Омск, Силәбе, Ҡурған, Брянскиҙан, хатта Израиль, Канада, АҠШ, Франция, Иран һәм Белоруссиянан 300-гә яҡын рәссамдың һәм оҫталарҙың әҫәрҙәре бар ине.
Рөстәм Хәмитов экспозиция менән танышты, авторҙар менән аралашты. Рәссамдар әйтеүенсә, бындай форум республика халҡы өсөн генә түгел, шулай уҡ сәнғәт әһелдәре өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Сара барышында авторҙарҙың күбеһе күргәҙмәгә килеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр төбәк етәксеһен үҙҙәренең уҡыу ҡулланмалары менән таныштырҙы. Рөстәм Хәмитов бындай эштең мөһимлеген билдәләне, рәссамдарҙың оҫталығына баһа бирҙе, форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республиканың мәҙәни тормошондағы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.