Башҡортостандың һәм Татарстандың күп милләтле мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 2017 йылдың 27 июлендә мәшһүр йырсы, бик күп йыр фестивалдәре лауреаты, яҡташыбыҙ Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова (Хәниә Фәрхи) 58-се йәшендә ҡапыл вафат булды.
Х.Ф. Биктаһирова 1960 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районындағы Үрге Сәләй ауылында тыуған. Күрше Бәҙрәш ауылы мәктәбендә уҡый. Ҡазан театр училищеһын тамамлағандан һуң К. Тинчурин исемендәге театр актрисаһы булараҡ ижад юлын башлай. Мәскәү филармонияһы ҡарамағындағы “Байрам” халыҡ йырҙары ансамблендә солист, һуңғы йылдарҙа ошо уҡ ансамблдең һәм “Байрам” йыр театрының художество етәксеһе була.
Автор һәм башҡарыусы, сценарист һәм режиссер Хәниә Фәрхиҙе халыҡ эстрадаһының ысын һандуғасы тип йөрөттөләр. Уның репертуарын 300-ҙән ашыу йыр биҙәне. “Әлдермешкә ҡайтам әле”, “Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә”, “Онотолор тимә”, “Ҡазан кистәре”, “Ҡышҡы сейә” һәм йырсы үҙе ижад иткән “Һағынам һине, Питрәч” йырҙары уға айырыуса ҙур танылыу килтерә. Тамашасылар Хәниә Фәрхиҙең Р. Ибраһимов, Ф. Ғафаров, С. Фәтхетдинов, А. Ғәлимов менән дуэттарын айырыуса яратты.
Танылған йырсы үҙенең тамырҙары хаҡында бер ваҡытта ла онотманы. Хәниә Фәрхи гастролдәр менән тыуған яғына йыш ҡайтты. Башҡорт йырҙарын һөнәри башҡарыусыларҙың “Башҡорт йыры” телевизион конкурсы ла уның әүҙем ҡатнашлығында үтте. Йырсы Тәтешле районында уҙғарылған “Тыуған ауылым” республика халыҡ байрамында ла даими сығыш яһаны. Хәниә Фәрхиҙең концерттары һәр саҡ аншлаг менән барҙы, тамашасылар уны ихлас ҡабул итте.
Күп йыллыҡ ижады өсөн Х. Фәрхи юғары исемдәргә, һөнәри һәм йәмәғәт наградаларына, шул иҫәптән “Тиҫтә йыллыҡтың алтын йондоҙо” титулына лайыҡ булды. Ул көс-дәрте ташып торған, тырыш, эшлекле, ижади шәхес ине. Музыка сәнғәте вәкилдәре һәм тоғро тамашасылары ғына түгел, төрлө йылдарҙа уның менән аралашҡан кешеләрҙең барыһы ла йырсыны тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.
Күп яҡлы талант эйәһе, мәшһүр йырсы, һоҡланғыс шәхес Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ,
Р.Х. МӘРҘӘНОВ, В.А. НАГОРНЫЙ,
С.Т. СӘҒИТОВ, Ә.И. ШАФИҠОВА,
Р.К. ГӘРӘЕВ.