Ныҡлы ғаилә – дәүләттең терәге28.07.2017
Мәскәүҙә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы президиумы ултырышында йылдың тәүге яртыһында “Ныҡлы ғаилә” проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Проекттың координаторы, Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Окунева билдәләүенсә, “Ныҡлы ғаилә” ғәмәлгә индерелеүгә бик аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, ул йәмғиәттә үҙенең кәрәклеген раҫланы. Быйыл уға 61 төбәк ҡушылды. Проектта күп балалы ғаиләләрҙе тейешле инфраструктураһы булған ер участкалары менән тәьмин итеүгә мониторинг үткәреү башланғысы тәҡдим ителә. Ил төбәктәрендә бындай эш октябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Башҡортостанда, проектҡа ярашлы, йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән “түңәрәк өҫтәл”дәр, күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәләре, хәйриә акциялары, ата-әсәләр йыйылыштары ойошторола.
– Беҙҙә бик күп күсмә саралар үткәрелде. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Дәүләт Думаһы депутаттары, республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡытыусылар, табиптар, психологтар, юристар ҡатнаша. Муниципалитет хакимиәттәре, юғары уҡыу йорттары, мәктәптәр беҙгә ярҙам итә, – тине проекттың Башҡортостандағы координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова.
Уның әйтеүенсә, яҡын киләсәктә проект нигеҙендә йәштәрҙең мәшғүллек мәсьәләләрен хәл итеү, ғаиләләге ауыр хәлдәрҙе профилактикалау, балалар һәм ата-әсәләр менән психологик эш, балалар суицидын иҫкәртеү күҙаллана.
– Төп бурыстарыбыҙҙың береһе – күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары менән тәьмин итеү. Был мәсьәлә төбәктә “Ныҡлы ғаилә” проектының федераль кимәлдәге координаторҙары тарафынан ҡуйылған бурыстар юҫығында хәл ителә, – тине Йомабикә Ильясова. – Республика райондарындағы хәлгә мониторинг үткәрерлек эш төркөмө төҙөргә кәрәк. Ул башҡарма власть, урындағы үҙидара органдары менән берлектә проблеманы хәл итеү алымын билдәләр ине. Демографик хәлде иҫәпкә алғанда, күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү рәүешендә ярҙам күрһәтеү бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Арина РӘХИМҠОЛОВА,
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары.


Вернуться назад