Ҡала мөхитен үҙгәртеү зарур26.07.2017
Ҡала мөхитен үҙгәртеүгә ихтыяж шундай күләмгә етте, бөгөн хатта был юҫыҡта революция бара, тип әйтергә мөмкин. “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары, төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев Краснодарҙа үткән “Ҡала мөхите” форумы йомғаҡтары буйынса шулай тип белдерҙе. Партия ағзалары ҡала мөхитен төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Парламент етәксеһе “Ҡала мөхите” проектын киләһе йылда ла әүәлге күләмдә финанслауҙың әһәмиәтен билдәләне. Ҡалаларҙы үҫтереү стандартын булдырыу идеяһы, төбәк парламенты етәксеһе фекеренсә, бик ҡыҙыҡлы. Республика өсөн ул айырыуса көнүҙәк, сөнки халыҡтың 60 проценттан ашыуы ҡалала йәшәй. Ошо мөхитте үҫтереү төбәк өсөн стратегик йүнәлеште тәшкил итә.
Партияның Башҡортостан бүлексәһе секретары билдәләүенсә, Хөкүмәт һуңғы йылдарҙа өҫтөнлөк иткән ҡала төҙөлөшө сәйәсәтенән баш тартты. Хәҙер һәр ҡаланың үҙ йөҙө булырға, йәшәү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылырға тейеш.