Проектта ҡатнашыуға дәғүә итәбеҙ26.07.2017
Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” өҫтөнлөклө федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуға ғариза бирҙе.

Республикабыҙ пилот төбәктәр исемлегенә индерелгән осраҡта төбәк йөкләмәләре сағылдырылған килешеү төҙөләсәк. Атап әйткәндә, предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан республика программаһы төҙөләсәк. Тәүге йыл һөҙөмтәләре буйынса үҫеш кәмендә биш, киләһе һигеҙ йылда кәмендә 30 процент тәшкил итергә тейеш.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программала аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәте, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтарҙағы ҙур предприятиелар ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад