Пенсия – яңы ҡағиҙә буйынса12.07.2017
Пенсия – яңы ҡағиҙә буйынса  Киләһе йылдың ғинуарынан хаҡлы ялдағыларға пенсия хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡан осраҡта ғына, бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып, тулыһынса түләнә башлаясаҡ.

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға 2016 йылдан страховка пенсияһы һәм уға теркәлгән өҫтәмә түләнә ине. Шул уҡ ваҡытта индексациялар иҫәпкә алынманы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡас, улар пенсияны тулыһынса, йәғни индексациялар менән бергә, ала.
Әле иһә эш биреүсе Пенсия фондына тейешле мәғлүмәттәрҙе ваҡытында тапшырған осраҡта кеше хаҡлы ялға сығып, эштән бушатылыуға өс ай үткәс, пенсия ҡайтанан индексацияланып, тулыһынса түләнәсәк. Яңы закон пенсионерға эштән киткән көндән һуң бер ай үткәс кенә пенсияһын тулыһынса алыу мөмкинлеген бирә.
Әле Башҡортостанда 200 меңдән ашыу пенсионер эшләп йөрөй һәм страховка пенсияһын ала. Әйткәндәй, уларҙың иң олоһо 93 йәштән үткән.


Вернуться назад