Республикала эшһеҙҙәрҙе һананылар12.07.2017
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе ярты йыллыҡ аҙағына төбәктә рәсми теркәлгән 22 мең самаһы эшһеҙ һәм 45,5 мең вакант урын иҫәпләнгән.
Быйыл 6 ай эсендә эшкә урынлашыу һөҙөмтәһендә 33,7 мең кеше эшһеҙҙәр иҫәбенән төшкән, тағы ла 2,2 мең кеше өҫтәмә һөнәри йүнәлеш алған. 1 июлгә республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,09 процент тәшкил иткән. Әле Башҡортостанда эшһеҙ бер кешегә ике вакант урын тура килә.