Транспортты теркәү ябайлашты12.07.2017
Автомобилде теркәү өсөн мотлаҡ тапшырылырға тейешле документтар исемлегенән ОСАГО полисы алып ташланды. Уға ҡағылышлы мәғлүмәтте электрон төрҙә аласаҡтар.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһында транспорт сараһын теркәү ҡағиҙәләрен үҙгәртте, шулай уҡ ведомствоның административ регламентына төҙәтмәләр индерҙе. Был үҙгәрештәр 10 июлдә көсөнә инде.
Документ иҫкереү, коррозия йәки ремонт һөҙөмтәһендә идентификация номерҙары үҙгәргән транспортты теркәү тәртибенә аныҡлыҡ индерә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, документтарҙы тикшереү сараһын үтмәйенсә, автомобилде ҡарау урынына ҡуйырға мөмкин. Тик бының өсөн дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталы аша ғариза тапшырыу шарт. Үҙгәрештәр һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн транспорт сараһын теркәүҙе ябайлаштыра.