Йәш аграрийҙар уңыш яулай12.07.2017
Орел өлкәһендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй уҡыусыларҙың етештереү бригадалары слетында Башҡортостандың йәш аграрийҙары юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.

Сарала Бишбүләк районының Ҡушйылға һәм Айыт урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Слет барышында агросәнәғәт комплексындағы һөнәрҙәр буйынса төрлө бәйгеләр ойошторолдо. Йәштәр баҫыу белгесе, йәшелсәсе, баҡсасы, машина менән һауыу операторы, малсы, уҡыусыларҙың етештереү бригадаһы бригадиры, ер һөрөүсе, сәскә үҫтереүсе кеүек номинациялар буйынса көс һынашты.
Башҡортостан уҡыусылары командалар араһында беренсе урын яуланы. Шулай уҡ айырым номинацияларҙа ла еңеүселәр булды.


Вернуться назад