Белеме ҙурҙың – телеме ҙур07.07.2017
Маҡсат һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләнгән уҡыусылар яҡшы баһаға лайыҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты. Ул, сығарылыш уҡыусыларын мәктәпте тамамлауҙары менән ҡотлап, юғары баһаға лайыҡ булған балаларҙың ата-әсәләренә, республика мәктәптәренең уҡытыусылар коллективтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Афарин, йәштәр. Ихтыярлы, тырыш булыуығыҙ үҙ һөҙөм­тәһен бирҙе. Был сифаттарығыҙ һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа ла юлдаш булһын. Республика мәктәптәрен­дә өлгөлө уҡыусы­ларҙың күп булыуы ҡыуаныс. Һеҙгә һәм уҡыу йылдарында көс-тырышлыҡ һалған уҡытыусыларығыҙға рәх­мәт. Киләсәктә лә йөҙөгөҙгә тап төшөрмәй, юғары уҡыу йорттарында төплө белем алып, яҡшы белгестәр, республиканы күтәрер, илгә кәрәкле кешеләр булырһығыҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Зәки улы
Быйыл республика буйынса 71 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйыуға өл­гәшкән. Математика, физика, информатика, химия фәндәренән күрһәткестәр юғары. Йәштәрҙең барыһы ла артабан белем алырға теләгән уҡыу йорттарын һай­лаған. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын­дағы, рес­пуб­ликабыҙҙың университеттарына уҡырға инергә теләүселәр бар.
Осрашыуҙа йәштәр үҙҙәренең уй-маҡсаттары менән бүлеште, уҡытыусылар республика етәксе­ле­генә рәхмәт һүҙҙәрен, тәҡдим­дәрен еткерҙе.
Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Рәмил Исламов Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инергә теләй. География фәненән иң юғары балл йыйған егет белем һөҙөмтәләре тырышлыҡтан тора тигән фекерҙә. “Мин дәүләт имтихандарына маҡсатлы рәүештә алтынсы кластан уҡ әҙерләндем, география буйынса үткәрелгән төрлө олимпиа­даларҙа ҡатнаш­тым. Уңыштарым өсөн яҡындары­ма, уҡытыу­сыларыма рәхмәт­лемен”, – ти ул.
Гүзәл Сафиуллина иһә рус теле һәм математиканан 100 балл йыйыуға өлгәшкән. “Иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ бүлергә. X кластан алып имтихандарға даими әҙерләндем, курстарға йөрөнөм. Теләгем – Мәскәү физика техник институтының физика һәм технология мәктәбенә уҡырға инеү”, – ти тырыш ҡыҙ.


Вернуться назад