6-7 июлдә Өфөлә беренсе Рәсәй–Иран социаль-мәҙәни форумы уҙғарыла. Уны Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Хөкүмәте Йәштәр эштәре, Туризм буйынса федераль агентлыҡтар ярҙамы менән үткәрә. Сараға Иран Ислам Республикаһы Президентының махсус ярҙамсыһы Али Юнеси етәкселегендәге Иран делегацияһы киләсәк. Рәсәй яғынан иһә форумда ил Президенты Хакимиәте вәкилдәренең, федераль ведомстволар етәкселәренең Дәүләт Думаһы депутаттарының, төбәк башлыҡтарының, экспорттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә арналған сара ике ил халҡын бер-береһенең мәҙәниәте һәм милли йолалары менән тәрәнерәк таныштырыуға йүнәлтелә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ “Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү” секцияһын ойоштора. Унда ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, милли һәм дини ерлектәге экстремизм күренештәрен иҫкәртеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Бынан тыш форумда Рәсәй–Иран йәштәр хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре, туризм мәсьәләләре буйынса фекер алышыу көтөлә. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре Ирандың Мазендеран провинцияһынан килгән эшлекле делегация менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.