Стәрлетамаҡ республикабыҙҙа иң арзан һөт һатылған ҡала тип танылды. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, бында пастеризацияланған ҡуйы һөттөң бер литры июнь айында 43,41 һумға төшкән.Баш ҡалала һөттөң литры өсөн 47,74 һум түләйҙәр. Сибайҙар иһә уны 2 һумға арзаныраҡ – 45,75 һумға һатып ала. Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда июндә “аҡтың” литры 46,11 һумға төшкән. Майҙа иһә ул 46 тингә ҡиммәтерәк булған.