Яратҡан рәссамың өсөн тауыш бир05.07.2017
“Яратҡан Башҡортостан рәссамдары” проекты сайтында картиналар өсөн тауыш биреү иғлан ителде. Рәссамдарҙың эштәре ҡуйылған онлайн-галереяға инеп, үҙегеҙгә оҡшаған әҫәр өсөн тауыш бирә алаһығыҙ.


Проектта ҡатнашыусылар “Легендалар”, “Оҫталар”, “Тыумыштан һәләтлеләр” һәм “Актуаль сәнғәт” кеүек категорияларға бүленгән. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйгелә төрлө йәштәге, төрлө жанрҙа, стилдә һәм йүнәлештә ижад иткән рәссамдар ҡатнаша ала.
Әле конкурста бөтә республиканан 68 рәссам ҡатнаша. Тауыш биреү эштәрҙе ҡабул итеү менән бергә бара, йәғни оҫталар проектта ҡатнашырға теләк белдерә ала. Картиналары иң күп тауыш йыйған рәссамдарға бүләк тапшырыласаҡ.


Вернуться назад