Ихатаңды күҙәтергә теләһәң05.07.2017
“Уңайлы ҡала мөхите” өҫтөнлөклө проектына ярашлы, республикабыҙҙа муниципалитеттар ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен видео аша тапшыра башланы.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле Башҡортостандың интерактив картаһында Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында тапшырыуҙар алып барыла. Ихаталарҙағы видеокамераларҙан хәлде күҙәтеү өсөн картаның өҫкө панелендә ҡаланы һайларға һәм “Ихаталарҙы төҙөкләндереү” тигән категорияны билдәләргә кәрәк.
“Уңайлы ҡала мөхите” проекты нигеҙендә шулай уҡ йәмәғәт урындарын, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Республика Хөкүмәте аҡсаны тапшырыу һәм бүлеү ҡағиҙәләрен, уны алыусылар исемлеген раҫланы. Уңайлы мөхит булдырыуға федераль ҡаҙнанан 856 миллион һум, республика бюджетынан иһә 178 миллион һум бүленде.


Вернуться назад