Үҫеш эшҡыуарҙар ҡулында05.07.2017
Кисә Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй – Ҡытай студент бизнес-инкубаторын асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты. Сара нигеҙендә Рәсәй һәм Ҡытай резеденттары инкубаторының иң яҡшы проекттары менән таныштырҙылар.


Рәсәй – Ҡытай студент бизнес-инкубаторы – халыҡ-ара проект. Ул йәштәр эшҡыуарлығы өлкәһендә инновациялы эшмәкәрлекте әүҙемләштереүгә йүнәлтелә. Проект БДУ нигеҙендә “Рәсәй – Ҡытай хеҙмәттәшлеге” йәштәр союзы эшмәкәрлегенә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Бындай инкубаторҙарҙың төп маҡсаты – ике ил биләмәһендә уртаҡ бизнес ойоштороу йәһәтенән Рәсәй һәм Ҡытай йәштәренә белем биреү.
Проектта иң элек инжиниринг, мәғлүмәт технологиялары, медицина, биофизика, мәғариф, архитектура, дизайн һәм реклама технологиялары өлкәһенә өҫтөнлөк бирелә. Ошоға бәйле яңы бизнес-инкубатор эшҡыуарҙар, новаторҙар өсөн үҙенсәлекле эш майҙансығына әүереләсәк. Унда 18 – 35 йәшлек новаторҙар, йүнселдәр ҡатнаша ала. Белгестәр иҡтисад, маркетинг, менеджмент һәм бизнес буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Эксперттар бурысын уңышлы эшҡыуарҙар – танылған сауҙа брендтары вәкилдәре башҡарасаҡ. Улар йәштәргә аныҡ темалар тәҡдим итәсәк, үҙ эшеңде ойоштороу йәһәтенән ярҙам итәсәк. Белем программаһын уңышлы үҙләштергәндәргә квалификацияны күтәреү тураһындағы таныҡлыҡ тапшырыласаҡ. Улар шулай уҡ халыҡ-ара инвестиция сессияларында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.


Вернуться назад