Курорт йыйымы ғәмәлгә инерме?04.07.2017
“Берҙәм Рәсәй” яҡлылар ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә республикабыҙҙа курорт йыйымын ғәмәлгә индереү мөмкинлеге тикшерелде.
Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары Рәмзил Ишһарин һәм Инга Юмашева, туристик бизнес, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың фекеренсә, курорт һалымын һәм уны артабан ҡулланыу алымын ғәмәлгә индереү өсөн норматив хоҡуҡ базаһын эшләргә кәрәк. Шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү ысулын да уйлап табыу шарт.
– Эксперимент өсөн биш йыл – иң ҡулай ваҡыт. Әммә ыңғай һөҙөмтә булған осраҡта оҙаҡ көтөүҙең кәрәге лә юҡтыр, бәлки. Төбәктәргә курорт йыйымын үҙаллы ғәмәлгә индереү мөмкинлеген биргән яңы закон ҡабул итергә кәрәк, – тине Рәмзил Ишһарин.
Депутаттың фекеренсә, республикабыҙҙа бындай йыйым инфраструктураны яҡшыртырға булышлыҡ итер ине. Әммә туристар ағымын кәметмәү маҡсатында, һаҡ булырға ла кәрәк. Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы курорт йыйымын ғәмәлгә индереү тураһындағы закон проекты өсөн беренсе уҡыуҙа тауыш биргәйне. Документты 313 парламентарий хуплап сыҡты, 68-е кире ҡаҡты.