Яңы карта ғәмәлгә инде04.07.2017
1 июлдән бөтә банкоматтар һәм терминалдар “Мир” картаһын ҡабул итә башланы. “Яңы” пенсионерҙарға һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ошо көндән башлап тик “Мир” картаһы ғына бирелә.
Башҡортостан Милли банкының матбуғат секретары Гөлназ Әбүзәрова әйтеүенсә, башҡа түләү системаларының карталарына эйә булған клиенттар киләһе йылдың 1 июленә тиклем ошо картаға күсереләсәк. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны алыу алымы үҙгәрмәйәсәк. Әле республикабыҙҙа бөтә төбәк кредит ойошмалары һәм филиалдар “Мир” түләү системаһының ҡатнашыусыһы булып тора.