Коммуналь хеҙмәт тарифтары артты04.07.2017
1 июлдән Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, йылылыҡ, электр энергияһына, һалҡын һәм эҫе һыуға, һыу бүлеүгә, тәбиғи газға тарифтар үҙгәрҙе.
Республика буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың үҙгәреү индексы 5,8 процент күләмендә билдәләнгәйне. Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, 2016 йыл аҙағында төбәк Башлығы бойороғо менән һәр муниципаль берәмек буйынса иң юғары индекстар раҫланды.