Йылдар үтә, яра уңалмай…04.07.2017
Ошо көндәрҙә мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттең 15 йыллығына арналған иҫтәлекле саралар үткәреү өсөн Германия Федератив Республикаһында булды.

Бынан 15 йыл элек 1 июлдән 2-һенә ҡарай төндә диспетчер хеҙмәтенең хатаһы һөҙөмтәһендә Юберлинген ҡалаһы өҫтөндә “Башҡортостан һауа юлдары”ның “ТУ-154” самолеты менән “Боинг 757” бәрелеште. “ТУ-154” самолетында 12 экипаж ағзаһы, 57 пассажир, шул иҫәптән Испанияға ялға юлланған 52 бала һәләк булды. Уларҙың күбеһе – Башҡортостандан.
Әлеге матәм сараларында 80-гә яҡын кеше – Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, һәләк булған балаларҙың, экипаж ағзаларының ата-әсәһе, туғандары ҡатнашты.


Вернуться назад