Симфоник кисәләргә рәхим итегеҙ!30.06.2017
Симфоник кисәләргә рәхим итегеҙ!3 июлдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Йәйге осрашыуҙар асыла. Был проектты Башҡортостандың милли симфоник оркестры тәҡдим итә. Төп концерт миҙгеле тамамланғандан һуң, коллектив тамашасыларҙы яратҡан кинофильмдар музыкаһы менән ҡыуандырырға ниәтләй.
— Киномузыка күңелемә бик яҡын, — ти программа дирижеры Камил Абдуллин. — 2011 йылдан Рәсәй фильмдарына һәм сериалдарға музыка яҙам. Һөнәри белемде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Салауат Сәлмәнов класында алдым. Санкт-Петербургта Максим Кошеваровтың студияһына эләгеү бәхете тейҙе.
Кисәлә тамашасылар ҙур экранда легендар кинотаҫмалар кадрҙарын да күрәсәк. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.


Вернуться назад